Башҡорт теле көнө
Башҡорт теле көнөнә арнап, Сибай педагогия колледжында методик - ғәмәли кәңәшмә үтте . Был кәңәшмә ла Сибай ҡалаһының махсус урта һөнәри белем биреү уҡытыусылары һәм студенттары ҡатнашты . Сибай төҙөлөшө һәм сервис колледжынан башҡорт теле уҡытыусыһы Гөлсинә Әхәт ҡыҙы Дәүләтбаева, студенттар Буранбаева Уралия ,Мөхтәрева Алина ҡатнаштылар . Уҡытыусы "Колледжда башҡорт телен уҡытыу проблемалары" темаһына сығыш яһаны. Кәңәшмә флешмоб, Р.Ғариповтың "Туған тел" шиғырын уҡыу менән тамамланды.











