Халыҡ-ара туған тел көнө!

Халыҡта "Иң татлы тел - туған тел: әсәм һөйләп торған тел" тигән мәҡәл бар. Балаларға тел әсә һөтө менән күсә, артабан да телгә уны иң ғәзиз кешеһе - әсәһе - өйрәтә.Туған тел ул беҙгә мираҫ итеп тапшырылған, шуға ла беҙ уны балаларыбыҙға бөтә матурлығында еткерергә тейешбеҙ.
Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжда гуманитар предметтар циклында Халыҡ ара тыуған тел һаҡлау көнөнә арналган бай йөкмәткеле саралар үткәрелеп торҙо. Башҡорт теле дәрестәрендә "Рәми уҡыуҙары", йәғни уның шиғырҙарын тасуири уҡыу, "Туған тел "шиғырын яттан һөйләү, тел тураһында иншалар яҙыу менән үтте һәм был көндө йомғаҡлау Рәми Ғариповтың тормошона, ижади мираҫына бағышланған үҙенсәлекле ҙур әҙәби-музыкаль сара менән тамамланды.
"Тыуған илем - Башҡортостан" темаһына үткәрелгән матур йөкмәткеле дәрес бик фәһемле һәм файҙалы булды балалар өсөн.
Ниндәй генә мауыҡтырғыс саралар уйлап сығармаған ине фантазияға бай белемле уҡытыусыларыбыҙ!
Һәр ҡайһыбыҙ үҙ телебеҙҙе өйрәнеү, өйрөтеү, һаҡлап, яҡлап ҡалыу һәм артабан да үҫтереү өсөн ҡулынан килгән тиклем булһа ла көс һалһа, милләтебеҙ, туған телебеҙ юҡҡа сыҡмаҫ, ата-бабаларыбыҙҙың йәшәү тарихын, аҡылын, йыр-моңон, халыҡ ижадын уның теле аша киләсәк быуынға еткерербеҙ.
Туған тел иң ғәзиз, иң яҡын, иң моңло һәм иң яғымлы матур тел!
Киләсәктә туған телебеҙ ҙә онотолмаҫ, милләтебеҙ ҙә бөтмәҫ, ҡурай моңдары ла тынмаҫ, тип ышанабыз!









