Ҡотлайбыҙ!
Ошо көндәрҙә Сибай театр-концерт берекмәһе "Башҡортостан ҡыҙы" журналы редакцияһы менән сағыу һәм йөкмәткеле осрашыу ойошторҙо. Ҡаланың иң әүҙем гүзәл заттарына, журнал алдырыусыларға БР Ҡатын-ҡыҙҙары рәйесе Рәшиҙә Солтанова Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Шулай уҡ йәмәғәт ойошмаларының халыҡ-ара берлеге «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» башҡарма комитеты исеменән дә ике маҡтау грамотаһы тапшырылды. Башҡорт телен пропагандалауҙа һәм үҫтереүҙә ярҙам итеүе өсөн мәртәбәле рәхмәт һүҙҙәрен ҡабул итеүселәр рәтендә беҙҙең коллегабыҙ уҡытыу-тәрбиә эштәре бүлеге мөдире Альбина Булат ҡыҙы Мостафина ла булыуы айырыуса ҡыуаныслы. Альбина Булат ҡыҙы, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яңынан-яңы ижади бейеклектәр теләйбеҙ!

